Бөгөн көндөҙ Туймазы районы Илсембәт ауылы Мәктәп урамындағы ағас йортта сыҡҡан янғында 2 кешенең ғүмере өҙөлгән. Дежурчасҡа ут ҡазаһы тураһында хәбәр килеү менән ваҡиға урынына Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы көстәре һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәр юлланған. Ут ялҡыны тиҙ арала ҡамап алынған һәм һүндерелгән. Ҡыҙғанысҡа, янған ҡаралтыларҙы һүткәндә йорт эсендә ир менән ҡатындың кәүҙәләре табылған. Янғын һүндереүгә 25 хеҙмәткәр һәм 11 берәмек техника йәлеп ителгән. Осраҡ буйынса тикшереү бара.