Өфөнөң 450 йыллығына балсыҡтан сувенирҙар. Ауырғазы районынан кәсепсе Зәки Нагаев күләмле байрам сараларына әленән әҙерлек башлаған. Ҡунаҡтарға ул баш ҡала тураһында иҫтәлеккә магнит, визитка һалыу ҡулайламалары, панно, тирмәләрҙең бәләкәй күсермәһен эшләй. Оҫтаханала урындағы колледж студенттары ла ижади һәләттәрен аса. Балсыҡтан әүәләнгән яңы сувенир продукция өлгөләрен тәүгеләрҙән булып БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина барып күрҙе.
Тиҙҙән Өфө ҡәлғәһенең бәләкәй күсермәһе күптәрҙең өҫтәлен биҙәйәсәк. Талбазылағы ижади студияла баш ҡаланың 450 йыллығына арналған байрам сараларына сувенир продукцияһы етештерелә башланы. Балсыҡтан яһалған коллекцияла, шул иҫәптән бәләкәй генә магниттарҙа ла республика тәбиғәте, иҫтәлекле урындар, дәүләт символдары сағылыш тапҡан.
Керамика әйберҙәрен эшләү өсөн балсыҡ урындағы карьерҙарҙан сығарыла. Скульптураларға материал әҙерләү, бик үк еңел эш түгел. Бының өсөн махсус ҡоролмалар талап ителгән. «Балсыҡ иҙеүсе», «тирмән», «көршәк ҡулсаһы», экструдер - республика гранты ярҙамында оҫтахана тулыһынса йыһазландырылған.
«Кирач» ижади студияһына мәктәп уҡыусылары, күп профилле колледж студенттары ла йөрөй. Ижади ҡарашлы йәштәр эш процессын яттан белә, көндән-көн оҫталығын камиллаштыра.
Ҙур булмаған бинала етештереү цехы һәм музей урынлашҡан. Учреждение ишектәре һәр кем өсөн асыҡ. Балсыҡтың мөғжизәһен үҙ ҡулдары менән тойоп ҡарарға теләүселәргә сувенир яһап ҡарау мөмкинлеге лә бирелә.
Кәштәләрҙәге балсыҡ һындарҙа илһөйәрлек темаһы ла сағылыш таба. Рәсәй геройы, легендар комдив Миңлеғәле Шайморатов образы, Еңеү символдары һынландырылған. Студия етәксеһе Зәки Нагаев һәр ижади эше аша Башҡортостандың тарихын, Рәсәйҙең ҡеүәтен күрһәтергә тырыша.
Гөлназ Хәйбуллина