Ауыл хужалығында үтеп барған йылда хатта утыҙ геройҙы билдәләнеләр. Ураҡ геройҙарын... Ялан батырҙары быйыл ашлыҡ йыйыуҙа рекорд күрһәтеп ошо юғары исемгә лайыҡ булды. Баш ҡаланан улар өр яңы Нива автомобилдәрендә таралышты.
Дөйөм алғанда республика аграрийҙары быйыл 3 миллион 300 мең тонна иген йыйып алды. Былтырғы рекордлы уңыш менән сағыштырғанда кәмерәк әлбиттә, уның ҡарауы быйыл Башҡортостан үҫтергән икмәкте һатып алыусы илдәр тағы артты. Хатта беҙгә ҡарата санкциялар иғлан итеп бәйләнештәрҙе өҙгән илдәр ҙә ғорурлығын онотоп экспорт ашлығын һатып алды.
Башҡортостан ауыл хужалығы алып барыу өсөн хәүефле төбәк исемлегенә инде. Быйыл да тәбиғәт шарттары аграрийҙарҙы төрлө яҡлап һынаны. Хәйер, кеше факторына бәйле проблемалар ҙа булманы түгел. Ентекләберәк киләһе яҙмала.
Тирмән ташы ябай башаҡтарҙы ла алтын бөртөктәренә әйләндерә. Заманса ҡоролмала тәүлегенә 40 тонна он тартыла. Быға тиклем уңышты күмәртәләп арзан хаҡҡа һатырға тура килһә, бөгөн крәҫтиән-фермер хужалығының әҙер продукцияһын Ҡырмыҫҡалы, Иглин, Ғафури райондары икмәкханалары ала.
Яңы асылған тирмәндә борсаҡ, арпа, бойҙай, перловка ярмалары ла һуғыла. Улар әлегә ҙур тоҡтарға тултырыла. Яҡын киләсәктә хужалыҡ фасовкалау өсөн ҡорамалдар ҡуйырға һәм әҙер продукцияны күмәртәләп ваҡлап һатыу базаһына һатыуға сығарырға ниәтләй.
2023 йыл аяҡта ныҡлы баҫып торған хужалыҡтарҙы ла һынаны. Яҙ башындағы ҡырау, һуңынан ҡоролоҡ сәселгән майҙандарҙың бер өлөшөн юҡҡа сығарҙы. Мәҫәлән, шәкәр сөгөлдөрө майҙандарының 10 мең гектарын хужалыҡтарға яңынан сәсергә тура килде. Ҡатмарлы һауа шарттары төбәктең 150-гә яҡын предприятиеһына зыян килтергән, юғалтыуҙар 1 миллиард һумдан ашыу суммаға баһалана. Ҡырыҫ һауа шарттарына санкциялар баҫымы, иҡтисади ҡыйынлыҡтар өҫтәлде. Шуға ҡарамаҫтан, ауыл эшсәндәре республиканы етәрлек кимәлдә икмәк менән тәьмин итә алды.
Юғары уңыш күрһәткестәренең береһе сәселгән орлоҡҡа бәйле. Республика етәксеһе башланғысы менән 1 ғинуарҙан Башҡортостанда ауыл хужалығы үҫемлектәре сорттарын һәм гибридтарын селекциялаусыларға дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк. Ул юғары килемле ауыл хужалығы үҫемлектәре сорттарын булдырыуға булышлыҡ итер тип күҙаллана. Бынан ары йыйылған уңыш яландарҙа ятып ҡалмаясаҡ. Аҙыҡ-түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү маҡсатында Башҡортостанда «Амкодор-Ағиҙел» предприятиеһы асылды. Завод игенде урып-йыйғандан һуң эшкәртеү өсөн ҡорамалдар етештерә.
2023 йылда йыйып алынған уңыш кәмерәк булыуына ҡарамаҫтан, былтырғы менән сағыштырғанда, уның экспорт күләме өс тапҡырға артҡан. Башҡортостан игенселәре продукцияһы Ҡаҙағстан, Беларусь, Үзбәкстан, Бельгия, Төркиәгә күпләп оҙатыла. Был исемлеккә ағымдағы йылда тиҫтәгә яҡын дәүләт өҫтәлгән, республкала етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһы йәмғеһе 50 илгә оҙатыла. Данлыҡлы башҡорт балы йәнә география сиктәрен киңәйтә. Башҡортостан умартасылары Рәсәйҙә беренсе булып Фарсы ҡултығы илдәренә файҙалы аҙыҡ оҙатасаҡ. Өфө предприятиеһы Рәсәй сифат системаһынан Хәләл сертификатын алды.
Рәсәйгә үҙ сиратында 2023 йылда сит илдәрҙән йомортҡа һатып алырға тура килде. Халыҡ әкиәтендәге тарих әйтерһең дә, ысынбарлыҡҡа әйләнде. Был продукт ил буйынса аҙыҡ-түлек инфляцияһы лидеры булды - бер дана йомортҡаның хаҡы 90 һумдан 130 һумға тиклем етте. Башҡортостанда был продуктҡа ҡытлыҡҡа ҡош киҙеүе сәпәбсе. Быйыл августа йоғошло сир теркәлеү сәбәпле, Өфө эргәһендәге «Башкирская» ҡошсолоҡ фабрикаһында 3 миллионға яҡын тауыҡ яндырылды. Магазин кәштәләренән Авдон йомортҡалары һатыуҙан алынды.
«Сәрмәсән» ҡошсолоҡ фабрикаһына ла алты йыл элек ҡош киҙеүе таралыу сәбәпле эшмәкәрлеген туҡтатҡайны. Быйыл улар ниһайәт, эште яңынан башланы. Әле себештәргә лә ни бары өс көн генә. Саҡмағош предприятиеһын Стәрлебаш ҡошсолоҡ фабрикаһын үҙ ҡанаты аҫтына алды.
Ҡошсолоҡ фабрикаһы тиҫтәләгән эш урындары менән бер рәттән төбәктә конкуренцияны көсәйтергә, экспорт күләмен дә арттырырға мөмкинлек бирәсәк. Әйтергә кәрәк, 2024 йылда республика башлығы ҡарары менән Башҡортостанда ҡошсолоҡто үҫтереү программаһы ҡабул ителә.
Быйыл республикала үткән йыл менән сағыштырғанда, мал һәм ҡош ите күберәк етештерелгән, бер һыйырға ҡарата һауылған һөт күләме лә артҡан. Башҡортостан Рәсәйҙә бөтә һөт күләменең 5 процентын етештерә. Йәрмәкәй районында асылған «Семен-Маҡар» малсылыҡ комплексы был күрһәткестәргә үҙ өлөшөн индерә. Республикала тауар һөтөн етешетереүҙе 1 миллион тоннаға тиклем еткереү маҡсат итеп ҡуйылған.
12 миллиард һумға техника! Санкциялар баҫымына ҡарамаҫтан, Башҡортостанда уҙған йыл менән сағыштырғанда, ауыл хужалығы техникаһы 10 процентҡа күберәк алынған. Был сәсеү-урыу, баҫыуҙарҙы эшкәртеү ваҡытында һәм сифатлы башҡарыла тигән һүҙ. Ураҡ батырҙарына йылдағыса республика башлығы шәхси автомобилдәр тапшырҙы.
Агросәнәғәт комплексының техник паркын яңыртыу төбәк программаһы сиктәрендә аграрийҙарға техника һәм ҡорамалдар һатып алыуға сығымдарҙың 50 процентына тиклем субсидия бирелә. Был Башҡортостандың агросәнәғәт тармағы үҫешенә, уның иҡтисад флагманы булыуына тағы бер аҙым.
Лилиә Мәҡсүтова