Учалы ҡалаһында Йәштәр йорто асылды

Үҙәктә ваҡытты файҙалы үткәреү - белем, фекерҙәр менән алышыу, бейеүҙәр башҡарыу, музыка яҙҙырыу, компьютер уйындары уйнау өсөн барлыҡ шарттар булдырылған. Был турала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Йәштәр йорто - «Мәғариф» милли проектының «Йәштәргә ярҙам системаһын үҫтереү» проекты буйынса реновацияға федераль аҡса бүленгән өс объекттың береһе.

Ҡалғандарына килгәндә, тиҙҙән Нефтекамала ошондай уҡ объект барлыҡҡа килә, декабрь аҙағынан Өфөлә республика йәштәр психология үҙәге эшләй башланы. Һуңғыһында йәштәрҙән тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә лә психологик ярҙам күрһәтелә. Быйыл мартта Күмертауҙа һәм Краснокама районында Йәштәр үҙәктәре асыу планлаштырылған, биналары республика аҡсаһына төҙөкләндерелә. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, эшмәкәрлектең тәүмаҡсаты - тотош Башҡортостан буйлап ошондай йәштәр киңлектәрен ойоштороу, һәләтле быуын тәрбиәләү.