«Башҡортостан» полкы яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды

«Башҡортостан» мотоуҡсылар полкы яугирҙары ҡыҫҡа ваҡытлы ялдан һуң махсус хәрби операция биләмәһенә юлланды. Яңы йылды ғаиләләре менән ҡаршы алған ир-егеттәрҙең күпселеге байрамға өйгә ҡайтасаҡтарын ғаиләләренә алдан хәбәр итмәгән. Башҡортостан еренә аяҡ баҫҡас өйҙәренә шылтыратып, улар яҡындарына көтөлмәгән бүләк эшләгән. Яңы йылды ғаиләләре менән үткәргән яугирҙар, тыуған ерҙән көс-дәрт алып, йәнә илебеҙҙе һаҡларға юллана.

Яугирҙарҙы оҙатырға туғандары һәм дуҫтары килде. Үҙҙәренең биштәрҙәре менән бергә яугирҙар хәрби операция биләмәһендәге дуҫтарына тәғәйенләнгән посылкалар ҙа алған. Хәрби часҡа улар республика тарафынан бүленгән транспортта барасаҡ. Яугирҙарҙы оҙатыу алдынан бүләкләү тантанаһы ла үтте. Тантаналы шарттарҙа хәрбиҙәрҙең береһенә Шайморатов генерал миҙалы тапшырылды. Махсус хәрби операция биләмәһенә юлланыр алдынан республика исемен йөрөткән полк яугирҙары хәрби саҡырыу һүҙҙәрен ҡабатланы.

Беҙҙең полктан 200-ҙән ашыу хәрби илдең оборона министрлығы наградалары менән бүләкләнгән. Башҡортостан Башлығы ла часҡа килеп генерал Шайморатов миҙалдары һәм ордендары тапшыра. Беҙҙең яугирҙар иң батыры һәм Ватан алдында бурыстарын намыҫ менән үтәй.

Алик Камалетдинов, Башҡортостан Башлығының Хәрбиҙәр менән эш итеү мәсьәләләре буйынса кәңәшсеһе