Мәртәбәле исемгә район дауаханаһында эшләүсе Ирина Кукушкина лайыҡ булған. Табип урта белемле белгестәр араһында ойошторолған федераль конкурста беренсе урын яулаған. 35 йыл дауамында акушер 6 меңгә яҡын балаға тыуырға ярҙам иткән, методик әсбап яҙған һәм йәш белгестәргә остаз булып өлгөргән. БЮТ хәбәрсеһе Рәзилә Ғиниәтуллина яҙмаһы.
Ирина Кукушкинаның һәр иртәһе пациенткалар менән күрешеүҙән башлана. Яңы ғына әсә булған гүзәл заттарҙың һәм уларҙың сабыйҙарының хәлен белешә. Әле Бәләбәй үҙәк район дауаханаһында карантин. Тик белгес һәр пациенткаһына ла иғтибар бүлергә тырыша.
Ирина Кукушкинаның беренсе тапҡыр бала табырға ярҙам итеүе әле һаман хәтерендә. Акушерлыҡ эше уның булмышына әүерелгән. Хеҙмәтенә һөйөү менән ҡараған белгес оҫталығы федераль кимәлдә лә юғары баһаланды. Урта белемле табиптар араһында ул иң яҡшы акушер тип танылды.
Конкурс бер нисә этапта уҙған. Ирина Кукушкина тәүҙә республика кимәлендә беренсе урын ала, һуңынан Башҡортостан данын Рәсәй кимәлендә яҡлай.
Ирина Кукушкинаның хеҙмәт тәжрибәһе өс тиҫтә йылдан ашыу. Ошо дәүерҙә һөнәр оҫталығына башҡаларҙы ла өйрәтә. Бәләбәй медицина колледжында уҡыта, төрлө район-ҡалаларҙа фельшерҙарға оҫталыҡ дәрестәре ойоштора. Рәсәйҙең иң яҡшы акушеры исемен дә ул хеҙмәтенә һәм кешеләргә һөйөү ярҙамында яулаған.
Рәзилә Ғиниәтуллина