Былтыр программа сиктәрендә 14 проект хупланып, тормошҡа ашырылған. Быйыл йәмәғәт биләмәләрен үҫтереү өсөн 19 проект яҡланасаҡ: тәҙрә алмаштырыу, балалар һәм спорт майҙансыҡтарын ҡорау, мәғариф учреждениелары тирә-яғын кәртәләү, юлдарҙы тәртипкә килтереү, ауыл клубтарын ремонтлау. Бөрө ҡалаһы Калинин урамының 25-се йортонда йәшәүселәр 1-се «Айгөл» балалар баҡсаһына, ә 8-се март урымының күп фатирлы йортонда йәшәүселәр иһә ҡаланың 7-се «Улыбка» балалар баҡсаһындағы юлдарҙы тәртипкә килтереү тәҡдиме менән сығыш яһай.