«Терра Ҡыш» яңы йыл фестивале сиктәрендә Өфөлә Бөтә Рәсәй Ҡарһылыуҙар парады үтте

Сарала 500-ҙән ашыу Ҡарһылыу ҡатнашты. Ҡарһылыуҙар Ҡунаҡһарай янында йыйылып, Ленин урамы буйлап парад менән үтте. Артабан әкиәт геройҙары колоннаһы Пушкин урамынан Совет майҙанына боролдо. Һылыуҡайҙарҙың иң ҙур командаһы - барлығы 30 ҡатын-ҡыҙ, Стәрлетамаҡтан килгән. Дәүләкән һәм Баҡалы райондары Ҡарһылыуҙарын әкиәт саналары алып килгән.

Гүзәл заттарҙың костюмдары төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамаша - улар төрлө төҫтә, араларында милли стилдә тегелгәндәр ҙә бар. Ҡарһылыуҙар парадын Ҡыш бабайҙар оркестры оҙатып барҙы. Фестивалдә ҡатнашыусылар дефиле, сәләмләү кеүек һынауҙарҙан һуң флешмобта бейене. Еңеүсе Ҡарһылыуға 150 000 һум күләмендә бүләк әҙерләнгән.