Әле уның шәхси коллекцияһында төрлө милләтле 12 ҡурсаҡ бар. Оҫта ҡуллы замандашыбыҙ менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Өйҙө генә түгел, районда үткән һәр сараны йәмләй улар. Мәләүездә йәшәүсе Фәнисә Муса ҡыҙы үҙ ҡулдар менән кеше буйлыҡ ҡурсаҡтар эшләп музей, мәктәп, мәҙәниәт усаҡтарын биҙәй. Ҡурсаҡтар төрлө милләт вәкилдәрен күрһәтә.
16 йылдан ашыу Фәнисә апай тимер киҫәктәренән, гипс, аҡ балсыҡ һәм ҡағыҙҙан ысын сәнғәт әҫәре яһай. Уның коллекцияһында әле 12 ҡурсаҡ иҫәпләнә. Һәр береһенең үҙ образы. Иң ауыры - образ тыуҙырыу, битен эшләү, ти ул. Бер ҡурсаҡты эшләү өсөн айҙан ашыу ваҡыт талап ителә. Һынды яһауҙан тыш, оҫта ҡуллы Фәнисә Муса ҡыҙы ҡурсаҡтарына костюм да тегә, биҙәүестәр ҙә эшләй. Быларҙың барыһына айҙан ашыу ваҡыт талап ителә.
Ҡурсаҡ эшләүҙән тыш, Фәнисә ханым үҙ йортонда 4 йыл элек музей булдырған. Экспозицияла 1937 йылғы туҡыу станогы, һуғылған балаҫтар, сигелгән таҫтамалдар, ағастан эшләнгән көнкүреш әйберҙәре... Был ҡомартҡылар Фәнисә Бикбаеваға олатаһы менән өләсәһенән ҡалған. Үҙе лә экспонаттар туплау менән күптән шөғөлләнә.
Әле Фәнисә Муса ҡыҙының шәхси музейында меңгә яҡын экспонат бар. Уларҙы күрергә тип урындағы мәктәп уҡыусылары ла килә. Киләсәктә оҫта ҡуллы ханым башҡорт халҡының геройҙарын һынландырған ҡурсаҡ эшләргә ниәтләй.
Әлфинә Килдейәрова