Халыҡ байрамдарҙы һөҙөмтәле һәм файҙалы уҙғарыуын теләйбеҙ. Шуға күрә яңы йыл каникулдарында ғәҙәттәгесә Башҡортостан буйлап «Сәләмәтлек поездары» юлланды. Мөрәжәғәт итеүселәрҙе Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһы табиптары ҡабул итәсәк, тип яҙҙы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә.
4 ғинуарҙа күсмә диагностика үҙәге Благовещен үҙәк район дауаханаһында эшләй. Халыҡ кардиолог, уролог, оториноларинголог, невролог, ревматолог һәм ультра тауыш диагностикаһы тикшереүе үтә ала. 5 ғинуарҙа сәләмәтлек поезы Борай, 6 ғинуарҙа Балтаста эшләйәсәк. Алты белгес Стәрлетамаҡ балалар дауаханаһына юлланды. Бындай акция йыл да уҙғарыла һәм сифатлы медицина күрһәтеү мөмкинлеге бирә , тине төбәк башлдығы.