Байрам көндәрендә лә - сәләмәтлек һағында. Благовещен үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы 1 ғинуарҙан алып халыҡты ҡабул итә. Бөгөн урындағы табиптарға ярҙамға Өфөнән медицина десанты килде. Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының күсмә диагностика үҙәге эшмәкәрлеге менән БЮТ ижади төркөмө лә танышты. БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина дауам итә.
Ҡорһаҡ ҡыуышлығына ультратауыш тикшеренеүе үтеп, эске органдарҙағы патологик үҙгәрештәрҙе белергә мөмкин, үлсәмдәре билдәләнә. Дилара Рафиҡова сәләмәтлеген алдан ҡайғытырға күнеккән. Өфө табиптарының Благовещенға килеүен белгәс тә, УЗИ диагностикаһына тәүгеләрҙән булып яҙылған.
Ғүмәр Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһының күсмә диагностика үҙәге Яңы йыл байрамдарында республика буйлап ойошторолған маршрутты Благовещен ҡалаһынан башланы. Урындағы медицина учреждениеһында тар профилле белгестәргә ихтыяж юғары, шуға күрә Өфөнән килгән ревматолог, кардиолог, уролог, невролог, лор-табипҡа иртә менән сират барлыҡҡа килде.
Благовещен үҙәк район дауаханаһы поликлиникаһы табиптары Яңы йылдың тәүге көнөнән үк халыҡты ҡабул итеү ойошторған. «Өфө белгестәре менән берлектә эшләү - халыҡҡа диспансеризация һәм профилактик медицина тикшеренеүе ойоштороуҙа ҙур ярҙам»,-ти улар.
Өфөнән килгән табиптар бер көн эсендә ике йөҙгә яҡын пациентҡа бушлай консультация ойошторҙо. Күптәр медицина күрһәткестәре буйынса артабан тикшеренеү, йә стационар шапттарҙа дауалау курсы үтеүгә йүнәлтмә алды.
Яңы йыл байрамдарында Ғ. Ҡыуатов исемендәге Республика клиник дауаханаһының медицина десанты ғәҙәттәгесә район-ҡалаларҙа паценттарҙы ҡабул итә. Былтыр акция сиктәрендә ярты меңгә яҡын кешегә ярҙам күрһәтелһә, быйыл күрһәткес тағы ла күберәк булыр тип көтөлә. Был аҙнала мобиль поликлиника Борай һәм Балтас райондарында ла эшләй.
Гөлназ Хәйбуллина