Яңы йыл байрамдары мәлендә табиптар Башҡортостан халҡын диспансер тикшереүе үтергә саҡыра

Был осорҙа башҡалала йәшәүселәр ҙә үҙҙәренең һаулыҡ торошон тикшерә ала. Яңы йыл байрамдары осоронда медицина учреждениелары көсәйтелгән режимда эшләй. Республиканың травматология пункттары тәүлек әйләнәһенә, башҡалабыҙ Өфөнөң 5-се, 8-се, 21-се, Дим районы һәм республика балалар клиник дауаханаларында травматолог ҡабул итә.

17-се дауаханала, 5-се балалар поликлиникаһында ла травпункттар эшләйәсәк.Ә диспансеризация һәм профилактик тикшеренеүҙәрҙе 1-се ғинуарҙан 6-на тиклем, 8 ғинуарҙа иртәнге һигеҙҙән киске бишкә тиклем үтергә мөмкин. Йылдың ҡалған көндәрендә был процедуралар планға ярашлы уҙғарыла.