Өфөнөң Станция урамындағы шәхси йортта янғын сығыу һөҙөмтәһендә 51 йәшлек ир менән 46 йәшлек ҡатын һәләк булған. Ваҡиға урынында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы белгестәре эшләй. Туғандары әйтеүенсә, һәләк булыусыларҙы һуңғы тапҡыр 31 декабрҙә күргәндәр. Рәсәйҙең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының тәфтиш-оператив төркөмө тарафынан тикшереү ойошторолған.
Республикала 9 ғинуарға тиклем янғынға ҡаршы махсус режим индерелде. Уға ярашлы, янғынды иҫкәртеү рейдтары уҙғарыла. Иҫкәртеү саралары Өфө районының Жуков ауылында ла үтте. Урындағы халыҡҡа төп хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен хәтергә төшөрөүҙән тыш, янғынды иҫкәртеүсе ҡоролмаларҙың төҙөклөгө тикшерелде. Алда һыуыҡтар көтөлә.
Янғын менән бәйле фажиғәне булдырмау өсөн иғтибарлы булырға кәңәш ителә. Профилактик рейд барышында оло йәштәгеләр һәм балалар өсөн куар-код төшөрөлгән сағыу беләҙектәр таратылды. НФС-технологияһы ярҙамында беләҙек хужаһының исем-фамилияһы, туғандарының телефон номерын белергә мөмкин.
Ул тәү сиратта юғалыу хәүефе аҫтындағы оло йәштәгеләр, шулай уҡ үҙ исемен, ата-әсәһенең телефон номерын йәки адресын әйтә алмаған балалаларға тәғәйенләнә. Проект «Лиза Алерт» эҙәрмәндәр отряды менән берлектә тормошҡа ашырыла. Яҡын арала 4 мең кешегә беләҙек таратыу күҙаллана. Уны алыу өсөн 8-800-700-29-45 телефон һандары аша шылтыратып заявка ҡалдырырға мөмкин.