Федераль грант ярҙамында бина тулыһынса төҙөкләндерелгән, ишек-тәҙрәләр яңыртылған, эске һәм тышҡы яҡтан биҙәү эштәре башҡарылған, заманса ҡорамалдар һәм мебель һатып алынған. Үҙәктә ваҡытты файҙалы үткәреү - белем алыу, фекерҙәр менән алышыу, дисскусиялар уҙғарыу өсөн барлыҡ шарттар булдырылған.
Хореографтарға - көҙгөлө зал, сәнғәт һөйөүселәргә - тауыш яҙҙырыу студияһы, йәш геймерҙар һәм программистарға - компьютерҙар менән йыһаздандырылған бүлмә ҡаралған. Объектты асыу тантанаһында Учалының әүҙем йәштәре ведомство, район хакимиәте Рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
Учалылағы Йәштәр йорто - «Мәғариф» милли проектының «Йәштәргә ярҙам системаһын үҫтереү» проекты буйынса реновацияға федераль аҡса бүленгән өс объекттың береһе. Ҡалғандарына килгәндә, тиҙҙән Нефтекамала ошондай уҡ объект барлыҡҡа килә, декабрь аҙағынан Өфөлә республика йәштәр психология үҙәге эшләй башланы. Һуңғыһында йәштәрҙән тыш, махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләренә лә психологик ярҙам күрһәтелә. Быйыл мартта Күмертауҙа һәм Краснокама районында Йәштәр үҙәктәре асыу планлаштырылған, биналары республика аҡсаһына төҙөкләндерелә.