Инновация проекттары өсөн бер миллион һум. Өфө фән һәм технологиялар университетының Күмертау филиалы студенттары пилотһыҙ осоу аппараттарын йыя. Улар электр тапшырыу линияларын, газ һәм нефть торбаларын тикшереү кеүек төрлө маҡсатта ҡулланыласаҡ. Проект авторҙары менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова осрашты.
Электриктың уң ҡулы. Пилотһыҙ осоу аппараты белгестәргә электр уты тапшырыу линияларын тикшерергә ярҙам итәсәк. Бының өсөн виртуаль ысынбарлыҡ күҙлеген дә ҡулланырға мөмкин. Коптер электрик эшен күпкә еңеләйтә һәм сығымдарҙы ла кәметә, ти проект авторы.
Йәш ғалимдарҙың электр линияларын тикшереү буйынса пилотһыҙ осоу аппараты «Студент стартапы» конкурсында 1 миллион һумлыҡ аҡсалата грант яуланы. Проектты ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә сентябргә тиклем коптерҙарҙы йыйыу, көйләү һәм операторҙарҙы осорға өйрәтеү өсөн лаборатория асыу күҙаллана.
Рәсәйҙә нефть һәм газ үткәргес торбаларҙың оҙонлоғо 110 мең километр. Башҡортостанда уның оҙонлого 5 мең километрҙан ашыу. Өфө фән һәм технологиялар университетының Күмертау филиалы студенттары торбаларҙы тикшереү өсөн гексакоптер тәҡдим итә. Ул 2 километрҙан ашыу арауыҡҡа осоп, етешһеҙлектәрҙе билдәләй ала. Проект авторҙары быйыл «Студент стартапы» конкурсында ҡатнашырға әҙерләнә.
Авиация өлкәһендә аппараттар төҙөү буйынса проекттарҙың киләсәге ҙур. Был йүнәлештә эшмәкәрлек Күмертауҙың авиатөҙөүселәр ҡалаһы икәнлеген ҡабаттан иҫбатлай, тип билдәләй филиал директоры.
Пилотһыҙ осоу аппараттарын эшләү йүнәлеше төрлө предприятиелар менән бәйләнеш булдырыуға ла яңы мөмкинлектәр асыла.
Әлфинә Килдейәрова