Рауил Сәхиулла улы 1930 йылдың 9 ноябрендә Башҡорт АССР-ның Стәрлебаш районы Хәликәй ауылында тыуған. Хеҙмәт юлын Йылайыр районының Һабыр ете йыллыҡ мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып башлай. 1962 йылда «Ҡыҙыл таң» республика гәзите редакцияһына күсә.
1972-1981 йылдарҙа Башҡортостан китап нәшриәтендә әҙәби мөхәррир вазифаһын башҡара. 1995 йылға тиклем Башҡортостан Яҙыусылар союзы аппаратында эшләй, шул иҫәптән пропаганда бюроһын етәкләй. Бер ни тиклем ваҡыт «Һәнәк» журналында әҙәби хеҙмәткәр булып та эшләп ала. Рауил Шаммас үҙен лирик философияға, күңелсән юморға һәм үткер сатираға оҫта шағир итеп таныта.
2021 йылда уға «Башҡортостандың халыҡ шағиры» тигән маҡтаулы исем бирелде. Әҫәрҙәрендә илһөйәрлек хистәре сағылдырыла, ерҙәге тормошто дауам итеүсе әсәләргә дан йырлана, тормошсанлыҡ идеялары пропагандалана. «Уттар», «Онотмағыҙ беҙҙе, тереләр», «Йөрәк алмаһы» , «Утлы дәфтәр» поэмаларында һәм башҡа әҫәрҙәрендә совет халҡының Бөйөк Ватан һуғышындағы тиңһеҙ батырлығы, фашизмды үҙ өңөндә дөмөктәргән ҡыйыу яугирҙәрҙең иҫтәлеге мәңге һаҡланасағын ышаныслы дәлилләнә.
Рауил Шаммастың әҫәрҙәре белорус, рус, украин, ҡарағалпаҡ, мари, татар һәм башҡа телдәрҙә нәшер ителгән. Рауил Шаммасов менән хушлашыу 5 ғинуар Зәки Вәлиди исемендәге милли китапханаһының үҙәк бинаһында иртәнге ун беренсе яртыла ойошторола. Мәрхүмдең ғаиләһенең һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.