Гармунсы-виртуоз ғына түгел, музыка ҡоралын эшләү һәм ремонтлау буйынса оҫта ла. Туймазынан Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Йәмил Хәсәнов 95 йәшен тултырыуға ҡарамаҫтан, сәнғәттән айырылғыһыҙ, төрлө конкурс-фестивалдәрҙә ҡатнашып, лауреат исеменә лайыҡ булған. Гармун моңона ғашиҡ замандашыбыҙ менән БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина таныштыра.
Яңғырауыҡлы саратов гармунын беренсе ноталарҙан ғына түгел, тәү күреүҙән үк танып була - корпусына сыңғырлаҡ тағылған. Киң тауыш диапозоны, үҙенсәлекле тембры булған музыка ҡоралы һанала. Шаран районында тыуып үҫкән Йәмил Хәсәновтың был төр гармун алты йәшенән ҡулында. Һуғыш йылдарына тура килгән бала саҡ - моң аша йыуаныс таба.
Һәр музыка ҡоралының үҙенә генә хас моңо бар, оҫталарҙың уйнау алымдары ла төрлө. Йәмил Ғәрәфетдин улының ижады халыҡсанлығы менән айырыла. Илаһи моң хәтирәләргә бай. Талантлы яҡташыбыҙ водитель булып эшләгән осоронда Туймазы мәҙәниәт йорто ҡарамағында гармунсылар һәм тальянсылар ансамбле ойоштороп, республиканан ситтә күп тапҡырҙар сығыш яһаған. 1985 йылда ижади коллектив Литва сәхнәһен гөрләтеп, музыкаль конкурста беренсе урын яулаған
Йәмил Хәсәнов - «Уйна, гармун» фестиваленең алыштырғыһыҙ ҡатнашыусыһы, күп тапҡырҙар лауреат булып, диплом менән бүләкләнгән. Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре 95 йәшендә лә сәнғәттән айырылмай, гармун байрамдарын ҡалдырмай. Шул уҡ ваҡытта районда уны музыка ҡоралын йүнәтеүсе оҫта булараҡ та беләләр.
Туймазыла йәшәүсе замандашыбыҙ бөгөн дә йәштәр араһында гармунда уйнау пропагандаһы алып бара, музыка ҡоралын етештереү, ремонтлау буйынса оҫталыҡ дәрестәре үткәрә.
Гөлназ Хәйбуллина