Өфөлә фигуралы шыуыу буйынса Яңы йыл ярыштары үтте

Унда спорт мастерҙарына кандидаттар менән бергә яңы ғына конькиға баҫҡан балалар ҙа сығыш яһаны. Старттарға йомғаҡ яһалып, миҙалдар тапшырылғандан һуң сарала ҡатнашыусылар әйлән-бәйлән йөрөп, Ҡыш бабайҙан ҡотлауҙар ҡабул итте. Быйыл республикала синхронлы шыуыу кеүек дисциплинаны үҫтереү планлаштырылған. Ил кимәлендә күләмле ярыштар көтөлә.

Былтыр Башҡортостан спортсылары фигуралы шыуыу буйынса Бөтә Рәсәй ярыштарында бер нисә призлы урын алғайны. Быйыл да еңеүҙәр күп булыр тип ышанабыҙ, яҡташтарыбыҙ Волга буйы федераль округы буйынса уҡыусылар спартакиадаһы һәм Рәсәй беренселегендә сығыш яһарға әҙерләнә.

Ульяна Тыртышная, Башҡортостанда фигуралы шыуыу федерацияһы рәйесе