Өфөлә Рәсәй Президенты вазифаһына Владимир Путиндың кандидатураһын яҡлап ҡултамғалар йыйыу дауам итә

Өфөләге Төбәк һайлау штабында Рәсәй Президенты вазифаһына Владимир Путиндың кандидатураһын яҡлап ҡултамғалар йыйыу дауам итә. Ул 25 ғинуарға тиклем барасаҡ. Халыҡ үҙенең актив гражданлыҡ позицияһын ял көндәрендә лә күрһәтә.

Үҙ ҡултамғаларын йәштәр, ғаиләләр, «көмөш быуын» ирекмәндәре, «Берҙәм Рәсәй» партияһының беренсел бүлексәләре, «Йәш гвардия» ойошмаһы вәкилдәре ҡалдырҙы. Өфөләге Зәки Вәлиди урамы, 1 адресы буйынса урынлашҡан Төбәк һайлау штабы инфраструктураһы теләгән һәр кемгә үҙенең гражданлыҡ позицияһын белдерергә мөмкинлек бирә.