Ялҡын Николаевка ауылындағы ағас йорттарҙың береһен ялмап ала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡотҡарыусылар емереклектәр араһында тәүҙә ике, бер нисә ваҡыт үткәс, тағы ла бер ирҙең кәүҙәһен таба. Уларҙың тик береһенең генә шәхесе билдәле. Фажиғә урынында Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре эшләй. Янғын сәбәптәре асыҡлана.