Практик күнегеүҙәрҙе Өфөләге “Үҙәк баҙар” сауҙа комплексында Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты хеҙмәткәрҙәре үткәрҙе. Уҡытыу-методик үҙәге уҡытыусылары көтөлмәгән хәл килеп сыҡҡан осраҡта нисек дөрөҫ эш итергә кәрәклеген һәм тәүге медицина ярҙамын күрһәтеү тәртибен һөйләне. Һәр кем алынған белемде практикала маникендарҙа нығыта барҙы. Акция барышында янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен дә иҫкә төшөрҙөләр.