Ҡыш бабай Өфөләге резиденцияһында ҡунаҡтарҙы ҡабул итеүен дауам итә

Былтыр мөғжизәләр йорто Ағиҙел буйында ҡоролһа, быйыл ул Ленин майҙанында эшләй. Бөйөк Устюг ҡунағы баш ҡалала ҡасанға тиклем туҡталғанын БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева белә.

Баш ҡаланың бейек таш йорттары янында ғына ҡоролған Ҡыш бабай резиденцияһы мөжизәле биҙәлеүе менән үҙенә саҡырып тора. Ҡунаҡҡа килеүселәр Ҡыш бабайҙы күреү өсөн Совет заманындағылай оҙон сиратҡа теҙелгән. Көтөргә оҙаҡ түгел- 15 минут самаһы.

Ҡыш бабай менән Ҡарһылыуҙан бүләк алыу өсөн балалар шиғыр һөйләй, йә йырлап ишеттерә.

Баш ҡалала икенсе йыл рәттән ойошторолған резиденцияға республика һәм унан ситтә йәшәүселәр ҙә килә. Ҡыш бабайға ейәнсәре менән көнөнә 1200 тирәһе кешене Яңы йыл менән ҡотларға, кәйефтәрен күтәрергә, бүләктәр таратырға тура килә.

Һәр ғаиләне фотограф иҫтәлеккә фотоға төшөрә. Бөтә фотоһүрәттәр ҙә Бәйләнештә сайтына һалына. Резиденцияла Өфө ҡалаһы сувенирҙарын да һатып алырға мөмкин. Әйтергә кәрәк, ҡыш бабайҙың йортона инеү бушлай.

Ял итеүселәргә төрлө күңелле ҡышҡы уйындар ойошторола.

Резиденция көндөҙгө сәғәт 12-нән киске 9-ға тиклем асыҡ. 9 ғинуарҙан сәғәт 4-тән 8-гә тиклем эшләй. Уны ябыу сараһы 14 ғинуарҙа көндөҙгө сәғәт 2-лә була.

Рәмилә Исмәғилева