Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә маралдарҙың ҡайһы райондарҙа үрсетелгәне тураһында яҙҙы

Әлеге ваҡытта республикала 2 мең ярым тирәһе марал иҫәпләнә. Был һоҡланғыс ҡырағай хайуандарҙың 1941 йылда алыҫ Алтайҙан килтерелеүен һирәктәр генә белә. Беҙҙең ерлеккә яраҡлашҡандан һуң уларҙы Башҡорт дәүләт ҡурсаулығында үрсетелә башлай.

Хәҙер маралдарҙы Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Йылайыр, Ишембай, Күгәрсен, Мәләүез райондарында осратырға мөмкин. Шулай уҡ улар фермер хужалыҡтарында һәм вольерҙарҙа ла бар. Был кәсеп үҙенә генә хас үҙенсәлеккә эйә. Шуға күрә бер нисә йыл элек Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы тарафынан Алтайға тәжрибә уртаҡлашыу буйынса сәфәр ойошторола.

Әле иң ҙур хужалыҡ Учалы районында урынлашҡан, бында 720 баш марал иҫәпләнә. Шулай уҡ Бөрө, Борай райондарында ла фермер һәм һунарсылыҡ хужалыҡтары бар. Бөрйән районындағы Башҡорт дәүләт ҡурсаулығында ла үрсетеү эше дауам итә, маралдар адаптация үткәндән иреккә сығарыла, тип яҙа Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә.