Алкоголле эсемлектәрҙе һатыу буйынса сикләүҙәрҙең үтәлеше тикшерелә. Мониторинг «Хәүефһеҙ республика» проекты сиктәрендә ойошторола.
Мәғлүм булыуынса, Башҡортостанда байрам көндәрендә киске сәғәт 5-тән алып иртәнге 10-ға тиклем спиртлы эсемлектәр һатыу тыйыла. Әммә бөтә эшҡыуарҙар ҙа талаптарҙы теүәл үтәй тип әйтеп булмай. Мәҫәлән, рейд барышында йәмғәтселәрҙең иғтибарын алкоголь менән йәшерен рәүештә һатыу иткән сауҙа нөктәһе йәлеп иткән.
Өфө ҡалаһы Октябрь проспекты 180/1 адресы буйынса урынлашҡан магазинда киске биштән һуң һыра һатылған. Был сауҙа нөктәһендә 2018 йылдан алып хоҡуҡ боҙоуҙар даими рәүештә асыҡланып тора, әммә ул үҙенең эшмәкәрлеген дауам итә. Ваҡиға урынына полиция хеҙмәткәрҙәре саҡыртылған, тикшереү эштәре бара.