Башҡортостан табиптары Да Винчи роботы ярҙамында сираттағы операция үткәрҙе

Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһы табиптары Да Винчи роботы ярҙамында сираттағы операция үткәрҙе. Был юлы пульт менән юғары уҡыу йорто ректоры Валентин Павлов идара итте. Операция өҫтәлендә - простата биҙе яман шеше менән яфаланған 73 йәшлек ир. Ауырыу киҫкенләшеүе һөҙөмтәһендә пациентта микроцист, йәғни бәүел ҡыуығы бәләкәсәйгән. Ҡатмарлы операция ярҙамында уға яңы бәүел ҡыуығы яһалған.

Заманса ысулдарҙың өҫтөнлөгө күп. Бер ваҡытта беҙ нисә тән ағзаһына операция яһап өлгөрәбеҙ. Пациент ҡыҫҡа ваҡыттын һуң, даухананан сығарыласаҡ. Тәнендә йөйҙәр ҙә ҡалмаясаҡ.

Валентин Павлов, Башҡорт дәүләт медицина университеты ректоры

Әле Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаһында ике Да Винчи роботы бар. Улар ярҙамында былтыр йәмғеһе 800 операция эшләнгән, уларҙың 200-ө - бәүел ҡыуығына. Юғары технологиялы ярҙам онкология, таракаль хирургия, гинекология һәм башҡа өлкәләрҙә уңышлы файҙаланыла.