Яңылыҡтар хеҙмәткәрҙәре үткән йылға йомғаҡ яһаны

Яңы йылдың тәүге аҙнаһы аҙағына яҡынлаша, уңыштар барланған, алға маҡсаттар билдәләнгән. Әйтергә кәрәк, уҙған йыл коллегаларыбыҙ өсөн уңышлы булды. Көн дә донъя, ил, республика кимәлендәге яңылыҡтар менән таныштырып барыусы хеҙмәттәштәребеҙҙең тормошонда йыл бәхетле мәлдәре менән уйылды. Редакцияның былтырғы уңыштары тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева хәтергә төшөрә.

Нисәмә йылдар Рәмзиә Кәримова Ҡоролтайға парламенттың эшмәкәрлеген яҡтыртырға ашыҡһа, сентябрҙән үҙе депутат булып киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Хәҙер журналист эшен дә, депутат бурыстарын да бергә алып барырға тура килә.

Рафиҡ Әхмәтшин иһә командировкалар менән Донбасс юлын тапай торғас, йыл аҙағында барыбыҙҙы ла аптыратып, махсус хәрби операция хәрбиҙәре рәтенә баҫты. Ҡапыл ҡылған ҡарар түгел, ти хеҙмәттәшебеҙ.

Егет кешегә етмеш төрлө һөнәр ҙә аҙмы. Ә ҡыҙҙарға... Алып барыусы Фаягөл Дәүләтйәрова зәңгәр экрандар аша яңылыҡ һөйләүҙән тыш психолог булараҡ үҙен һынап ҡарарға булды. Өфө дәүләт нефть техник университетында ойошторолған курстарҙы тамамлап өсөнсө дипломын ҡулына алды.

Телевизорҙан яңылыҡтарҙы утыҙ йылдан ашыу халыҡҡа еткереүсе Гөлнур Вәлиева һәм редакцияның әҙәби мөхәррире Рәйлә Күсемханова быйыл алтын юбилейын билдәләнеләр.

Тормош бишле билдәһе ҡуйған көндө Гөлнур Йосопйән ҡыҙы Ғәрәп әмирлектәрендә үткәрһә, Рәйлә Нурислам ҡыҙы оҙаҡ күрешмәгән бөтә туғандарын, яҡындарын йыйып бөтәһенә лә байрам бүләк итте.

Әлфинә Килдейәрова, Булат Саҙрыев.. Ике хеҙмәттәшебеҙҙең исем фамилияһы видеояҙмалар аҙағында йыш яңғырай. Хәбәрсе менән операторҙың бергә видеояҙмалар төшөрөргә йөрөүе һөҙөмтәһендә яңлыҡтар өсөн сюжеттар ғына түгел, матур ижади ғаилә яралды.

Әйткәндәй, йыл никах туйҙарына бай булды. Ап-аҡ ҡышта аҡ күлдәктә, милли биҙәүестәр тағып Рәзилә Ғиниәтуллина яратҡан йәренә кейәүгә сыҡты.

Әйткәндәй, үткән йыл минең өсөн дә бәхетле булды. Башланып торған яңыһына яңы бурыстар, маҡсаттар ҡуйып һәр ваҡыт алға барайыҡ.

Рәмилә Исмәғилева