Бөрө ҡалаһында «Бөрө билмәндәре» гастрономия фестивале үтте

Бөрөлә билмән бөрөлдө. Республиканың төрлө төбәктәренән йыйылған билмән етештереүселәр ҡунаҡтарға ит ризыҡтары тәҡдим итте. Сарала ҡатнашыусылар билмән, шешлек, манты кеүек ярымфабрикаттар менән һыйланды. Бөрө билмәне фестивале былтыр ваҡиғалы туризм тармағында иң яҡшы гастрономия сараһы тип табылғайны. Билмән байрамында ҡатнашыусыларҙы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров тәбрикләне. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.

Иттән, балыҡтан, йәшелсәнән, бәшмәктән. Бөрө билмәне фестивалендә тәҡдим ителгән ризыҡтар төрлөлөгө, тәме, ҙурлығы менән хайран итә. Күләмле аш-һыу байрамында борондан килгән рецептар буйынса тиҫтәләрсә төр билмән бешерелде.

Фестиваль юҡҡа ғына Бөрөлә үткәрелмәне. Тарих төпкөлөнән сауҙәгәрҙәрҙе берләштергән биләмәлә билмән бөрөү оҫталығы киң таралған. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров фестивалдә ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, сара төбәктә ваҡиғалы туризмды үҫтереү йүнәлешендә тағы ла бер аҙым булып тора тип белдерҙе.

Репсублика етәксеһе оҫталар йәрминкәһендә билмән етештереүселәр менән аралашты, ризыҡтарҙы тәмләп ҡараны. Радий Хәбиров эшҡыуарҙарҙы быйыл да дәүләт субсидиялары менән әүҙем файҙаланырға саҡырҙы. Байрам уңайынан төбәк етәксеһе Свято-Троицкий үҙәк соборында йыйылған граждандарҙы Раштыуа байрамы менән ҡотланы.

Бөрө билмәне фестивале айыҡ һәм сәләмәт тормош девизы аҫтында үтте. Әйткәндәй, Бөрөлә ойошторолған байрамдар барыһы ла ғаилә ҡиммәтәрен, халыҡ традицияларын һаҡлауҙы маҡсат итеп ҡуя.

Флорида Ким