Ике аҙналыҡ ял тамам. Ҡыҫҡа ваҡытлы отпускынан һуң, Өфөнән махсус хәрби операция биләмәһенә сираттағы яугирҙар төркөмө юлланды. Һалдаттар Яңы йылды өйҙә ҡаршы алып, ғаиләһе менән бергә ял иткән. Алғы һыҙыҡҡа уларҙы «Өфө-арена» спорт комплексы майҙанынан туғандары,яҡындары оҙатып ҡалды.
Был ғинуарҙа өсөнсө оҙатылған төркөм. Һалдаттарҙы махсус хәәрби операция биләмәһенә «Башавтотранс» автобустары алып барасаҡ. Алда уларҙы ике көнлөк юл көтә. Оҙатыуҙа Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министры Ирек Сәғитов яугирҙарға ғаиләләре тураһында борсолмаҫҡа, уларға төрлө яҡлап ярҙам күрһәтеләсәге тураһында хәбәр итте.