Бөрөлә боҙ аҫтына төшкән йөк машинаһын сығарыуға әҙерлек эштәре бара

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, уҙған тәүлектә төндә Бөрө эргәһендәге боҙ үткәүелендә фура батып уның водителе һәләк булған. Ҡотҡарыусылар 1961 йылғы ирҙең кәүҙәһен сығарған. Йөк машинаһын һөйрәп алыу өсөн йылға боҙон ярға тиклем ҡырҡыу талап ителә. Билдәле булыуынса, үткәүел аша 3 тоннаға тиклем йөк транспортына ғына хәрәкәт итергә рөхсәт ителгән. Ваҡиға буйынса тикшереү дауам итә.