Борай районы фермерҙары ҡышлатыу миҙгеле менән таныштырҙы

Ауыл хужалығында ял көндәре юҡ. Оҙайлы каникул осоронда күпселек кеше байрам иткән ваҡытта малсыларға тынысланаһы түгел. Сөнки фермаларҙағы һыйырҙар көн һайын тәрбиә талап итә. Ауыл эшсәндәре әйтеүенсә, ҡыштың иң ҡыҙыу мәлендә төп бурыс - алынған тоҡомдоң һаҡланыуын тәьмин итеү, малдың кәмеүенә юл ҡуймау. Борай районында ҡышлатыу миҙгеле менән БЮТ ижади төркөмө танышты.

Баҫыуҙан - сауҙа кәштәһенә тиклем. Борай районы Яңы Елдәк ауылынан Зариповтар күп йылдар дауамында ауыл хужалығы менән шөғөлләнә. Ғаилә эшҡыуарлығын улар һарыҡсылыҡ менән башлап ебәрә. Бының өсөн төрлө программаларҙа әүҙем ҡатнаша. Дәүләт ярҙамы менән буш торған ферманы төҙөкләндерә, ауыл хужалығы техникаһы һатып ала, мал һанын ишәйтә. Ваҡыт үтеп менән Зариповтар малсылыҡ һәм йылҡысылыҡ тармағы менән әүҙем шөғөлләнә башлай. Төп маҡсат хәләл стандарты буйынса ит ярымфабрикаттары етештереү.

Бөгөн Зариповтар тәбиғи продукция етештерә. «Борай фермеры» бренды аҫтындағы ит ярымфабрикаттарын һәм башҡа аҙыҡ-түлекте фирма магазиндарынан һатып алырға мөмкин. Ысынлап та, сауҙа селтәрҙәренә сығарылғандан һуң, ит деликатес­тары кәштәлә оҙаҡ ятмай, шунда уҡ ҡулланыусылар өҫтәленә күсә.

Ата-әсәһенең фермерлыҡ эшен бөгөн Зариповтарҙың улы уңышлы дауам итә. Рәмилдең маркетинг өлкәһендәге заманса ҡарашы яңы баҙарҙарҙы яуларға мөмкинлек бирә. Шуға ла уңған ғаилә өлгәшелгән үрҙәрҙәрҙә генә туҡтап ҡалырға уйламай. Киләсәктә улар кафе асып -ҙҙәрен туҡландырыу өлкәһендә лә һынап ҡарарға ниәтләй.

Илдар Байбулатов