5 көнлөк программа Балалар йәмәғәт советы ағзалары һәм «Рәсәй бөркөттәре» федераль проекты кәңәшселәре өсөн иҫәпләнгән. «Рәсәй бөркөттәре» федераль проекты 2021 йылдан тормошҡа ашырыла, ул башланғыс класс уҡыусылары өсөн иҫәпләнгән.
Программа уҡыусыларҙы бәләкәй саҡтан уҡ йәмәғәт тормошона йәлеп итеүҙе, төрлө сараларҙа ҡатнаштырыуҙы, лидерлыҡ сифаттарын тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Башланғыс синыф уҡыусыларының остаздары, кәңәшселәре лә бар. Был бурыс директор ярҙамсыларына һәм өлкән, урта синыф уҡыусыларына йөкмәтелгән.
«Патриот» паркында ойошторолған сменала башланғыс синыфтар менән эшләү үҙенсәлектәре, федераль проекттың йүнәлештәре, программаларҙы тормошҡа ашырыу нескәлектәре тураһында һүҙ бара. Ойоштороусылар, 5 көнлөк смена остаздар эше өсөн һөҙөмтәле булыр, яңы башланғыстарға нигеҙ һалыр тип иҫәпләй.
«Патриот» паркында шулай уҡ Балалар йәмәғәт советы ағзаларының да сменаһы башланды. Был уҡыусылар тиҫтерҙәре араһында әүҙем эш алып бара. Тәү сиратта улар балаларҙы ҡануни нигеҙҙәр менән таныштыра, шикле төркөмдәрҙән, хәүефле эштәрҙән ситтә торорға өндәй. Шулай уҡ совет ағзалары йылдың төрлө миҙгелендә именлекте тәьмин итеү буйынса эш алып бара. Мәҫәлән, ҡышҡы уйындар мәлендә йәки йәй һыу ингәндә үтәлергә тейешле төп ҡағиҙәләҙе аңлата, тәү ярҙам ысулдары хаҡында һөйләй. Балалар йәмәғәт эшендә лә әүҙем ҡтанаша. Смена барышында улар үҙ эшмәкәрлеген камиллаштырыу мөмкинлектәре менән танышасаҡ.