Иҫке Балтас ауылының 1-се мәктәбе музейында махсус хәрби операция биләмәһенән алып ҡайтылған әйберҙәрҙән күргәҙмә эшләй. Хәрби кейем, снаряд ярсыҡтары, сапер көрәге, миномет ярсығы һәм башҡа экспонаттрҙы «Танып» ҡушаматлы яугир алып ҡайтҡан. Музейҙа шулай уҡ райондан махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар тураһында һәм башҡа мәғлүмәттәр менән танышырға ла мөмкин.