Баш ҡалала хәйриә байрамы уҙҙы

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә күрһәтелгән тамашаға һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән балалар, төрлө социаль проекттарҙа ҡатнашыусылар, «Ғаилә» үҙәге тәрбиәләнеүселәре саҡырылды. Уларға «Ҡар батшабикәһе» әкиәте күрһәтелде. Бәләкәй тамашасы хөкөмөнә спектакль беренсе тапҡыр сығарылды.

Тамаша алдынан беҙ балалар өсөн уйындар үткәрәбеҙ. Малай-ҡыҙҙар менән төрлө әкиәт геройҙары аралаша, кәйефтәрен күтәрә. Спектаклдә иһә республиканың билдәле артистары уйнай. Тамашала тик тере тауыш ҡына яңғырай.

Анастасия Белякаева, Башҡортостан мәҙәни программалар һәм гастроль эшмәкәрлек дирекцияһы хеҙмәткәре