Белорет районы Рысыҡай ауылында «Ҡышҡы уйындар» үтте

Урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһына ярашлы инициатив төркөм тракторҙар ярышын ойошторорға ҡарар итә. Быны төбәктә йәшәүселәр әүҙем күләреп ала. Иң тәүҙә ауыл буйлап тракторҙар парады уҙа.

Һуңғынан ир-аттар ағас һөрәтеү, тәгәрмәстәр араһынан зигзаг менән үтеү, арбаны гаражға индереү ярыштарында ҡатнаша. Тракторҙар ярышынан һуң мәҙәниәт йорто алдында төрлө бәйгеләр уҙа. Сара «Ҡатай» командаһы еңеүе менән тамамланды. Сосновка ауыл биләмәһе башлығы Айгөл Минһажетдинова активистарҙы грамоталар менән бүләкләне. Ярыш сәй табыны артында тамамланды.