2024 йылда Башҡортостан халҡы 118 көн ял итәсәк

Киләһе оҙайлы ял февралдә көтөлә. Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан өс көн ял ҡаралған.  Ҡатын-ҡыҙҙар көнөндә, 8 марттан 10-ына тиклем ял була.  Артабан, 10 апрелгә  Ураҙа байрамы  тура килә.  Май байрамдарында  ике тапҡыр 4-әр көнлөк  ялдар билдәләнә.  Йәй айҙарында  Рәсәй  көнө, Ҡорбан байрамында  өҫтәмә  ялдар була.  Яңы йыл каникулы  29 декабрҙә башлана.