“Ҡаршылыҡтарҙы емереп” хәйриә фонды “Шыршы аҫтында бүләктәр” тигән акция иғлан итте. Һәр кем сайтҡа инеп мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн аҡса күсереп супергерой була ала. Аҙаҡ был суммаға 30 балаға кәрәкле әйберҙәр һатып алына. Акция 19 ғинуарға тиклем дауам итә. 2024 йыл республикала Һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр тураһында хәстәрлек йылы тип иғлан ителде.