Федераль проект 37 районда тормошҡа ашырыла. Быйыл бәләкәй һәм төпкөл ауылдарҙа интернет-станциялар урынлаштарыла. Исемлектә Миәкә районында Тауҡай-Ғәйнә ауылы, Архангел районы Әйтмәмбәт, Ҡыйғы районы Туғыҙлы ауылы бар. Халыҡ 4G мобиль интернет мөмкинлектәре менән файҙалана аласаҡ. Былтыр 125 ауыл бөтә донъя селтәренә тоташтырылды.