Ваҡытында таҙартылмаған ҡар һәм рөхсәт ителмәгән урындарҙа ҡалдырылған машиналар

Өфөлә коммуналь хеҙмәттәргә ихаталарҙан сүп-сар ташыуға ҡамасаулаған факторҙар ошо. Шул сәбәпле, ҡалдыҡтарҙы сығарыу графигы боҙола. Бынан тыш, хеҙмәткәрҙәргә сатлама һыуыҡтарҙа эшләргә тура килә. Әйтәйек, бөгөн иртән эш 26 градус һыуыҡта алып барылды.

Коммуналь хеҙмәткәрҙәр Яңы йыл байрамдарында ялһыҙ эшләй. Ошо ваҡытта сүп-сар күләме бер нисә тапҡырға артҡан. Йәмғеһе эшкә 100 берәмектән ашыу махсус техника һәм 70-кә яҡын оператор йәлеп ителгән. Быға тиклем ҡала властары баш ҡаланың үҙәктән алыҫ урынлашҡан райондарға иғтибар бүлергә ҡушҡайны.