Ағиҙел ҡалаһында МХО-ла ҡатнашыусыларҙың ғаилә ағзаларына һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте

Ағиҙел ҡалаһында махсус хәрби операция ҡатнашыусыларының ғаилә ағзаларына һүрәт төшөрөү буйынса оҫталыҡ дәресе үтте. Яугирҙарҙың тормош иптәштәре, әсә-өләсәләре картина аша хәүефле кисерештәр менән көрәшергә, көсөргәнешлекте кәметергә өйрәнде. Сара ҡаланың «Катюша» клубы башланғысында тормошҡа ашырылды. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Ҡылҡәләм, буяу һайлауҙа уҡытыусы үҙе ярҙам итә. Киндергә тоноҡ һыҙма һыҙыуҙан башланған эш, күҙҙең яуын алырлыҡ картинаға әйләнә. Хәрбиҙәрҙең ҡатындарын, әсәй-өләсәйҙәрен бергә йыйған оҫталыҡ дәресенән Гүзәлиә Исламова ла ситтә ҡалманы. Уның ҡыҙы медицина рота табибы.

Оҫталыҡ дәресендә үҙеңде ысын рәссам итеп тойорлоҡ шарттар тыуҙырылған. Тәҡдим ителгән пейзаж коллекцияһынан ханымдар күңеленә яҡынын һайлап алды. Бындай ижад формаһы үҙенә күрә терапия ла булып тора. Сараны ойоштороу идеяһы хәрбиҙәрҙең әсәй-өләсәйҙәре ағза булған «Катюша» клубы етәксеһе ярҙамында тормошҡа ашырыла. Ул урындағы профессиональ рәссамға мөрәжәғәт итә. Оҫта башланғысты хуплап, ханымдарҙы үҙ студияһына саҡыра.

Шифаханаға юллама, нейрографика һәм аэройога буйынса оҫталыҡ дәрестәре, «Герой ҡатыны» фотосессияһында ҡатнашыу. Ағиҙел ҡалаһындағы ойошма хәрбиҙәрҙең ғаилә ағзаларына психологик яҡтан аяҡҡа баҫырға ярҙам мөмкинлек бирә. Бер-береһе менән аралашыу ярҙамында ауырлыҡтарҙы еңеп сығырға булышлыҡ итә.

Азат Ғәлиуллин