Балаҡатай районы Красный Пахарь ауылында йәшәүсе ата-бабалар кәсебенә тотонған

Ата-бабаларыбыҙ борондан йорт-ҡаралтыһын тәбиғәт материалдарын ҡулланып биҙәгән. Һәр ауылда ағас эшкәртеүсе, кәрзин үреүсе оҫталар булған. Балаҡатай районы Красный Пахарь ауылында ла Фәнил Ғәрәфетдинов хаҡлы ялға сығыу менән ата-бабалар кәсебенә тотонған. Уның оҫтаханаһында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова булды.

Фәнил Шәрәфетдин улы үреү өсөн бер йыллыҡ талдарҙы ҡуллана. Һабаҡтарын яҙлы-көҙлө йыя. Һәр береһен төргәктәргә бәйләй. Йылы миҙгелдә йыйылғандарын киптерә, ә ҡыш йыйылғандарын һыуҙа ҡайната, 2-3 сәғәт һалҡын һыуҙа тотҡандан һуң, ҡайырыһы тиҙерәк һыҙырыла ти, оҫта.

Бәшмәк йыйыу өсөн кәрзиндәр, төрлө ҙурлыҡтағы ҡош оялары, мурҙалар, бишек һәм башҡа тормош-көнкүреш әйберҙәре уңайлығы, экологик яҡтан таҙа һәм эстетик йәһәттән зауыҡлы булыуы менән ҡәҙерле. Фәнил Ғәрәфетдинов бынан тыш ағастан сувенирҙар, һауыт-һаба, йорт йыһаздары ла етештерә. Күңел биреп тыуҙырған предметтары кәштәләрҙә оҙаҡ ятмай. Оҫта уларҙы туғандарына, яҡындарына бүләк итә.

Ағас эшкәртеү оҫтаһы муйыл, тал, ҡарама ағастарын ҡулланып һауыт-һабалар эшләй. Ағас кәсәләр, тәрилкәләр, шәкәр, тоҙ һауыттары ярылмаһын өсөн уларҙы етен майына балауыҙ ҡушылған ҡатнашма менән ике тапҡыр һылап сыға.

Фәнил Ғәрфетдиновтың олатаһы ағастан йорт йыһаздары, һунар һәм балыҡ тотоу ҡоралдары етештергән оҫта булған.

Олатаһы шөғөлөн дауам итеүсе ағас эшкәртеүсе киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ оҫтахана асырға ниәтләй. Файҙалы һәм һирәк кәсепкә яҡташтарын, айрыуса йәштәрҙе күпләп йәлеп итергә иҫәп тота.

Гүзәл Борханова