Башҡортостан 2023 йылда туризм өлкәһендә яңы үрҙәр яуланы

Туризм өлкәһе геройҙары, әлбиттә, өлкән йәштәге ағай-апайҙар. Район үҙәгенә йылына бер тапҡыр йөрөгән, үҙ ғүмерендә күп тигәндә Өфөнө генә барып күргән яҡташтарыбыҙҙың олғайған ваҡытта сит илдәргә самолетҡа ултырып сығып китеүҙәре үҙе бер батырлыҡ.

Башҡорт оҙон ғүмерлелеге программаһында ҡатнашыусыларҙың иң өлкәне 85 йәштән уҙған. Ҡан баҫымы бит тотороҡло түгел. Уның ҡарауы ҡартайған ваҡытта тулы тормош менән йәшәп тотош ер шары буйлап сәйәхәт иткән сит ил пенсионерҙарына көнләшеп ултыраһы түгел. Иң мөһиме был сәйәхәткә беҙҙең ил пенсияһы ла етә. Сөнки билеттар ҡаҙна иҫәбенән субсидиялана.

Турист маршруттары ла йылдан йыл арта һәм тағы ла мауҡтырғысыраҡ була бара. Сәйәхәттән алынған тәьҫораттарҙы Гөлназ Хәйбуллина хәтергә төшөрә.

Күстәнәстәр шул тиклем күп, хатта сумаҙанға ла һыймай. Тоҡсайҙарҙа ҡош һөтөнә тиклем бар. Ә сәфәрҙән алынған тәьҫораттар иһә тағы ла күберәк. Белоруссияға 8 көнлөк сәйәхәттән оло йәштәге апай-ағайҙар хатта йәшәреп ҡайтҡан төҫлө.

Экскурсияға йөрөттөләр, сиркәү-замоктарҙа йөрөнөк, Гродный тигән ҡала бигерәк тә оҡшаны, матур булды. Белоруссияла күңелдәр үҫте.

Миңлесара Ғафарова, «Башҡорт-Белорус Оҙон ғүмерлелеге» проектында ҡатнашыусы, Ғафури районы

«Башҡорт оҙон ғүмерлелеге» программаһы ла тап өлкән йәштәгеләрҙең күңелен үҫтереү, хаҡлы ял ғына тәтегән пенсионерҙарға уның башҡа төрҙәрен дә күрһәтеүҙе маҡсат итеп ҡуя. Яҙғыһын Өфө һәм Минск араһында авиабәйләнеш тергеҙелеү менән мең ярымдан ашыу пенсионер бәхетле билетҡа эйә булды Белоруссияның мәҙәни, тарихи ҡомартҡылары менән танышыуҙан тыш, улар Беларус тракторы йыйылған заводты ла барып күргән.

Төркөмдә 54 кеше булдыҡ. Бөтәһе лә пенсионерҙар. Башҡортостан хөкүмәтенә ҙур рәхмәт. «Башҡорт-белорус оҙон ғүмерлелеге» проекты оҙон ғүмерле булһын. Оҙон ғүмерле булайыҡ.

Нурия Һәм Рәшит Ҡаҙаҡҡоловтар, «Башҡорт-Белорус Оҙон ғүмерлелеге» проектында ҡатнашыусылар, Ишембай районы

Быйыл «Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм» проекты буйынса егерме мең пенсионер Башҡортостандың тәбиғи һәйкәлдәре, иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәт иткән. Бынан тыш, Абхазия, Мәскәү һәм Санкт-Петербургҡа пилот турҙар ойошторолдо. Яңы йылдан улар даими була. Һәр йүнәлеш буйынса кәмендә ете йөҙөшәр кеше ял итеп ҡайтасаҡ. Шул уҡ ваҡытта Ҡаҙағстанға ла туристик программа әҙерләнгән. Белоруссия кеүек был республика ла сал сәсле туристарҙың һөйөүен яулар тип көтөлә.

Белоруссияны асып ебәргәс, беҙгә - дүрт туроператорға бөтә республика шылтыратҡан һымаҡ тойолдо. Беҙгә шул тиклем күп кеше шылтыратты. Шул тиклем күп кеше яҙылды алдан. Әле бирелгән мең ярым квота бик аҙ ул беҙҙең республика өсөн, шуға көтәбеҙ яңы йүнәлештәр генә түгел, ә квотаның артыуын

Венера Бикҡужина, турист агентлығы етәксеһе урынбаҫары

Башҡортостан да туристарҙы магнит көсөндәй үҙенә йәлеп итә. 2022 йылда республикала ике миллиондан ашыу кеше ял итһә, быйыл күрһәткес егерме дүрт процентҡа артҡан. Республика Волга буйы федераль округында туризм буйынса иң популяр төбәктәрҙең береһенә әйләнде. Тармаҡ инфраструктураһын үҫтереүгә 1 миллиард ярым һумлыҡ федераль грант алыу ҙа рекорд күрһәткестәрҙең береһе.

Студенттар өсөн дә айырым программа әҙерләү бурысы ҡуйылды. Был йәһәттән «Мәктәп туризмы» проекты - уңышлы тәжрибә, ике йыл эсендә илле меңдән ашыу уҡыусы республика буйлап сәйәхәт итте. Шулай уҡ теләүселәр өсөн эре сәнәғәт предприятиеларына экскурсиялар ойошторола башланы. Төбәк кимәлендә ваҡиғалар календары барлыҡҡа килде.

Бүздәк районында «Бәлешфест» уҙғарылһа, иглиндәр һуған, хәйбуллалар ҡорот, шарандар еләк, йылайырҙар бәшмәктән дә ҙур байрам ойоштора. Башҡортостандың туристик үҙенсәлеге - һәр район-ҡалала ошо ерлеккә генә хас ваҡиға - күләмле фестиваль уҙғарыла. Юғарынан был эш ҡеүәтләнә генә. Муниципалитеттарға финанс ярҙам ҡаралған.

Радий Фаритович ҡушыуы буйынса быйылдан һәр муниципалитетҡа 500 мең һум аҡса бүленде. Шул аҡса ярҙам итә район-ҡалаларға үҙҙәренең мөмкинлектәрен асырға, эшҡыуарлыҡ, туристар ағымын арттарырға.

Рөстәм Афзалов, Башҡортостандың Туризм һәм эшҡыуарлыҡ министры

Башҡортостан ваҡиғалар туризмы өлкәһендәге Халыҡ-ара премияла алты гран-приға лайыҡ булды. Бөрө - был йүнәлештә иң яҡшы ҡала тип танылһа, ауыл туризмында иң яҡшы туристик ваҡиға патент алған «Башҡорт аты»на бәйле. Баймаҡ районы Граф күле буйында ойошторолған Халыҡ-ара фестивалгә быйыл егерме меңдән ашыу кеше тамаша ҡылды. Ҡаҙаныштар бының менән генә сикләнмәй.

Йыл маршруттары, «Туристик ваҡиғалар» конкурсы, «Туристик сувенир» конкурстарында Башҡортостан беренсе урынды алды. Был ҙур ваҡиға, уңышлы йыл булды тип иҫәпләйем. Беҙгә,хатта, башҡа төбәктәрҙә туризм өлкәһендә эшләгән кешеләр көнләшеп ҡарай башланы. Һеҙгә рәхәт, һеҙҙең республика етәксеһе туризмды үҫтерергә кәрәк икән аңлай һәм ҙур булышлыҡ итә тип әйтәләр.

Артур Иҙелбаев, Башҡортостандың туризмды үҫтереү үҙәге етәксеһе

Башҡортостан - кәсепселек йүнәлешендә етештерелгән продукция күләме буйынса Волга буйы федераль округында өсөнсө урында. Киләсәктә күрһәткесте тағы ла яҡшыртыу, был һөнәр эйәләренең абруйын күтәреү бурысы ҡуйылған. Ауырғазы районынан оҫта Зәки Нагаев билдәләүенсә, республика кимәлендә сувенирҙар производствоһын арттырыуға иғтибар юғары, тыуған төйәк сеймалға бай, хатта, Башҡортостанды балсыҡ менән дә танытырға мөмкин.

Башҡорттар элек-электән ҡунаҡсыллығы менән айырылып торған. Бөгөн дә туристарҙы тирмә ҡороп тигәндәй, милли аш һыу менән ҡаршы алалар. Ә инде ҡунаҡтар рәхмәтен белдереп, үҙҙәре менән иҫтәлеккә сувенир алып ҡайта. Күңел һалып башҡарылған эштәр тотош донъя буйлап тарала. Республиканың тәбиғәте, иҫтәлекле урындары, символдары һынландырылған композицияларға ихтыяж арта ғына. Был туризмдың үҫеш юлында булыуын дәлилләй.

Гөлназ Хәйбуллина