Китап байрамы, Әйҙә уйнарға, Евразия йөрәге. Фестивалдәрҙән Өфө өҙөлмәне быйыл. Шулай уҡ быйыл республикала сираттағы рекорд урынлаштырылды. Быға тиклем «Евразия йөрәге» фестивалендә иң ҙур хоровод ойоштороп рекорд ҡуйылһа, быйыл түңәрәк эсендә тағы бер түңәрәк яһап рекорд ҡуйҙылар. Әйлән-бәйләндә ҡатнашыусылар һаны 3 меңгә етте.
Был саралар республикала милли мәҙәниәтте үҫтереү маҡсатында башҡарылған ҙур эштәрҙең сағыу финалы ғына. Хороводҡа тиклемге мәҙәниәт тураһында Рәзилә Ғиниәтуллина.
Улар үҙҙәрен мосалдар тип атай. Йылайыр районы Кананикольский ауылында ғына төпләнгән халыҡ үҙенсәлекле һөйләштәре менән дә айырыла.Бөгөн бында меңдән аҙыраҡ кеше йәшәй. Үҙенсәлекле мәҙәниәт, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе һаҡлауға мохтаж.
Бер йыл элек улар ауылдағы мәҙәниәт йортон төҙөкләндереү һорауы менән республика башлығына уҡ барып етә һәм теләгәндәренә ирешә. Бындағы халыҡ өсөн клуб - берҙән-бер күңел асыу урыны. Быйыл республикала ошондай 22 мәҙәниәт йорто төҙөкләндерелде.
Мосалдар, башҡорттар, урыҫтар, татарҙар, мариҙар һәм башҡа милләт вәкилдәре «Евразия йөрәге»ндә берләште. Иң сағыу кейемдәр, иң шәп йырҙар - республиканың төрлө район-ҡалаларынан тиҫтәләгән милләт вәкилдәре бер гөлләмә булып йыйылды. Милли кейемдәр сағыулығынан күҙ ҡамаша. Хистәр шиғри юлдар булып урғыла.
Бындай хоровод донъяла булғаны юҡ. Ул 2 мең 834 кешене берләштергән. Ғөмүмән, быйыл республикабыҙҙың баш ҡалаһы бер нисә күләмле мәҙәни сараға майҙан булды. Әйтәйек, «Китап байрам»ында 162 меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан. Был ике Туймазы халҡы, тигән һүҙ. Өс көнгә Өфө илдең китап һөйөүселәр мәккәһенә әүерелде. Байрамда уларҙың ниндәйе генә юҡ ине: кеше буйлығында ла, һанлы ла, хатта еҫле лә.
Хагги Вагги һәм Кисси Мисси. Был һүҙҙәр таныш булһа, тимәк, һеҙ трендтан ҡалышмай, был сит ил уйынсыҡтарын күргән, хатта, бәлки, һатып та алған кеше. Тик Хагги Ваггины быйыл үҙебеҙҙең герой - Чебурашка алмаштырҙы. Билдәле совет йәнһүрәте геройы «Әйҙә, уйнарға!» фестивалендә ҡунаҡтарҙы ҡаршы алды. Ә Хрюша менән Степашка балаларҙы башҡортса сәләмләне.
4 көнгә Өфө бер нисә төбәкте берләштергән бер ҙур балалар майҙансығына әүерелде. Хагги Ваггиға алмаш бар. Берәүҙәр Нолик, Матроскин менән фото төшкәнсе, икенселәр «Төньяҡ Амурҙары» йәнһүрәте образдары янына ашыҡты. «Төньяҡ Амурҙары» - Башҡортостанда эшләнгән тәүге тулы метражлы анимация фильмы.
Ҡурсаҡ театрында ла нисәмә айҙар өнһөҙ торған ҡурсаҡтар, ниһайәт, йәнләнде. Бында ремонт ике йыл элек башланғайны. Ҡурсаҡ театры балаларға һәм уларҙың ата-әсәләренә бүләк булып, Яңы йыл алдынан ишектәрен асты.
Ҡурсаҡтар балаларҙы һағынып, урамда уҡ көтөп тора. Улар бина фасадын биҙәй. Театр тулыһынса тиерлек яңыртылған, тик бер генә нәмә үҙгәрешһеҙ ҡалған - тыштағы мозаика.
«Садко» былинаһы 4 сәғәт дауам итә, тик тамашасы арымай. Декорациялар 70 тапҡыр алмашына. Спектаклдә солистар, хор, балет, оркестр тулы составта - йәмғеһе 200-гә яҡын кеше ҡатнаша.
«Садко» Ҙур театр сәхнәһенә тәүгә сығарылмай, тик Башҡортостан ҡуйыусылары тамашаһы башҡаларҙан айырылып тора. Был йәһәттә костюмерҙар айырыуса тырышҡан. 500-гә яҡын сәхнә костюмдарының һәр береһе ҡулдан тегелгән. Боронғо Рус дәүләтендә йәшәгән төрлө милләт кейемдәре үҙенсәлеге, шул иҫәптән, башҡорт орнаменттары ла күрһәтелгән.
Бөтә Рәсәйҙе берләштергән саралар булһынмы, өр-яңы мәҙәни учреждениелармы - беҙгә килеүсе ҡунаҡтарға ғорурланып күрһәтер нәмә күп. Республикабыҙ - бай мәҙәниәтле төбәк. Тәү сиратта, мәҙәниәт - ул беҙ. Ижад итеүсе лә, һаҡлаусы ла, киләсәк быуындарға тапшырыусы ла.
Рәзилә Ғиниәтуллина