Олимпия һәм паралимпия уйындарһыҙ нисек чемпиондар тәрбиәләргә, донъя рекордтарын да уҙып китеүсе спорсылар үҫтерегә? Донъяуи пьедесталдарға юлдар ябылған осорҙа ла спортсылар юғалып ҡалманы, төшөнкөләккә бирелмәне. Спортҡа көнбайыш санкциялары баҫымы артҡан һайын, республикабыҙҙа тағы ла күләмлерәк ярыштар үтте, хатта башҡалабыҙ Өфө халыҡ-ара кимәлдәге спорт ваҡиғалары үҙәгенә әүерелде. Спорт геройҙарын Гүзәл Борханова барлай.
Ҡаты дисциплина һәм эшһөйәрлек мөғжизәләр тыуҙыра. Илдар Әхмәтйәнов көрәш юлын һайлаған һәр үҫмер уңышлы булһын өсөн тырыша. Сөнки профессиональ спортта илке-һалҡы ғына йөрөп ҙур уңышҡа ирешеү мөмкин түгел. Шуға күрә малай-ҡыҙҙар ккүнекмәләрҙең береһен дә ҡалдырмай.
7 йыллыҡ тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһендә Илдар Әхәт улы ауыл тренеры программаһына эләгә. Дәүләт тарафынан матди дәртләндереүҙең эшкә лә, кәйефкә лә ыңғай йоғонтоһо көслө, минең яҡшы кәйеф балаларҙа ла сағыла, ти ауыл тренеры.
Башҡортостан тәүгеләрҙән булып уңышлы спортсыларға дәүләт стипендяларын раҫланы.. 20 меңдән -дән алып 30 меңгә тиклем дәүләт спорт стипендиялары 73 атлет һәм тренерға бүленде.
Шахбокс. Ике ҡапма ҡаршы спорт төрөн берләштергән ярыш быйыл йәшәйешкә нығыраҡ үтеп инде. Уны республикала Италияның Ричоне, Төркиәнең Анталья ҡалаларында еңеү яулап ике тапҡыр донъя чемпионы Илсур Исхаҡов популярлаштырҙы.
Чемпиондар бынан ары ҙур комплекстарҙа тәрбиәләнәсәк. Шаран, Борай, Хәйбулла райондарында физкультура-һауыҡтырыу комплекстары, тағы ла ете районда ГТО нормативтарын тапшырыу майҙансыҡтары асылыу менән чемпиондар тәрбиәләүгә лә шарттар бермә-бер яҡшырҙы.
Башҡортостан ҡала һәм райондарында тағы ла 14 ҙур спорт обьекты төҙөлөшө дауам итһә, ә Октябрьский спортсыларының үҙ боҙо барлыҡҡа килде. Заманса «Боҙ һарайы»асылыуы сәләмәт быуын тәрбиәләү эшендә тағы ла бер ышаныслы аҙым булып тора.
«Беҙ бергә. Спорт»девизы менән Башҡортостандың башҡалаһы Өфө тарихында беренсе тапҡыр донъя күләмендәге ярыштар үтте. Сурдлимпия уйындарында Ер шарының 30 иленән мең ярымдан ашыу спортсы ҡатнашты.
«Мөмкинлектәре сикләнгән осраҡта, әрмелә йәрәхәттәр алғандан һуң да спортта һәм тормошта юғалып ҡалмаған уңышлы кеше булыу беҙҙең йәштәргә өлгө булып тора. Күпләп йәштәрҙе ылыҡтырыу өсөн күләмле спортты үҫтереү маҡсатын ҡуябыҙ» тине үҙенең сығыштарының береһендә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.
Ошондай спорт, гимнастика һарайҙары булғанда Башҡортостан йәштәре чемпион титулдарын яулаясаҡ әле. Тимәк, киләсәктә донъяуи пьедесталдарға Башҡортостан спортсылары күтәреләсәк.
Киләһе йылда башҡаланың 450 йыллығына фехтование үҙәге, каноэ һәм байдаркаларҙа ишеү слаломы төҙөлә. «Көрәш һарайы» файҙаланыуға тапшырыла. Ауыл тренеры Илдар Әхмәтйәновтың тәрбиәләнеүселәрнә лә халыҡ-ара келәмдәрҙә көс һынашыу мөмкинлеге барлыҡҡа киләсәк.
Гүзәл Борханова