Биш йыл эсендә биш йүнәлеш буйынса лидер төбәктәр исемлегенә инергә. Башҡортостан Башлығы итеп тәғәйенләнгән Радий Хәбиров халыҡ алдында ошондай вәғәҙәләр биргәйне. Кеше потенциалы, йәшәү өсөн уңайлы мөхит, иҡтисади үҫеш, инвестициялар һәм инфраструктура буйынса республика алдынғылар иҫәбенә сығырға тейеш ине.
Стратегик башланғыстар агентлығының инвестиция климаты рейтингында Башҡортостан дүртенсе тиҫтә төбәктәр исемлегенән сығып тәүге бишәү араһына күтәрелде. Фәнни-технология үҫеше рейтингында шулай уҡ дүртенсе баҫҡысҡа менде. «Алға» ике йыл рәттән Рәсәйҙәге иң йылдам үҫешкән махсус иҡтисади биләмә тин таныла.
Федераль кимәлдә абруй яулау өсөн рейтингтар мөһим күрһәткес. Ләкин бына ябай халыҡҡа был үҫеште нимә менән үлсәргә? Йәғни, икмәккә яғып буламы рейтингтарҙы? Ниндәй үҙгәрештәр, яңылыҡтар, үрҙәр булды һуңғы биш йылда? Рәмзиә Кәримова байҡау яһаны.
Радий Хәбировтың Башҡортостандағы тәүге ҡанатлы һүҙҙәре. Өфө урамдарын баҫып алған нелегалдар ҡала урамдарында автобус уҙышы ойошторғанда аптырамаҫлыҡ та түгел. Радий Хәбировтың башлыҡ булараҡ беренсе реформаһы ла транспорт буйынса.
Хәҙер юлдарҙа иҫке, артынан төтөн болоттары ҡалдырып йөрөгән пазиктар урынына заманса автобустар елдерә. Түләү системаһында ла яңылыҡ. Олоһонда ла, кесеһендә лә «Алға» транспорт картаһы.
«Алға» усҡа һыймалы транспорт картаһы ғына түгел, ә киләсәккә илтеүсе билет. Тотош республиканың социаль-иҡтисади үҫеш йүнәлешен билдәләгән стратегия. «Алға, Башҡортостан» тигән девиз артында етештереү ҡеүәттәрен арттырыу ҙа, халыҡтың йәшәү сифатын яҡшыртыу ҙа, ил, донъя кимәлендә танылыу яулау ҙа ята. Был девиз хәҙер төбәк халҡына ғына түгел, ситтә лә билдәле.
«Алға» Башҡортостандың иҡтисади йөҙөн билдәләгән махсус иҡтисади зона. Ул Өфө, Ишембай, Стәрлетамаҡ райондары биләмәһендә урынлашҡан. Был биләмәлә теркәлгән 20 резидент 70 миллиард һумға иҫәпләнгән проекттарҙы тормошҡа ашыра.
Башҡортостан төбәктәрендә барлыҡҡа килгән иҡтисади үҫеш биләмәләре лә алға ынтылыштың бер сағылышы. Әле был зона 126 резидентты берләштерә, бөтәһе 10 мең эш урыны асылған. Иҡтисади үҫеш, етештереү эшкәртеү ҡеүәттәре тураһында һөйләгәндә Радий Хәбировтың тағы бер башланғысын билдәләү мөһим. Ул - ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыуҙы тәртипкә килтереү. Һуңғы йылдарҙа Башҡортостанда 7 компанияның эшмәкәрлеге ваҡытынан алда туҡтатылған, законһыҙ эшләгән карьер етәкселәренә енәйәт эштәре ҡуҙғатылған.
Көрәш урман-ҡырҙарҙа ғына түгел, йәмәғәт биләмәләрендә, ихаталарҙа, подъездарҙа ла бара. Уңайлы, төҙөк, күркәм мөхит өсөн. Һәр ҡала-райондың йөҙөк ҡашы булған парк-скверҙар төҙөлдө, төҙөкләндерелде. Өфөнөң «Ҡашҡаҙан» паркы булһынмы, Бейеүсе торналармы йәки Белореттың «Офоҡ аша атла», Бәләбәйҙең «Йырсы шишмәләре»ме , һәр береһе үҙенсәлекле, матур. Йәмғеһе 1 мең 326 йәмәғәт биләмәһе төҙөкләндерелгән. Күп ҡатлы йорттарҙың йылдар буйы ремонт күрмәгән 5 мең подъезы яңы һулыш алды. Ә төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып алданыусылар, ниһайәт, фатир туйланы. Проблемалы йорттар тигән төшөнсә хәҙер юҡҡа сығыу алдында. 5 йыл эсендә 10 мең өлөшсөнөң мәсьәләһе хәл ителгән.
Радий Хәбиров етәкселек иткән осорҙо һынауҙар дәүере тип атарға мөмкин. Тик ҡаршылыҡтар көслөләрҙе сыныҡтыра ғына. Һуңғы ике йылда махсус хәрби операция шарттарында йәшәһәк, унан алда коронавирус һөжүм итте. Төп көс мәкерле сир менән көрәшкә йүнәлтелде. Республикала рекордлы срокта 4 ковид госпиталь сафҡа индерелде. Медицинаның беренсел звеноһына иғтибар артты, модулле фельдшер- акушерлыҡ пункттары төҙөлдө, дауаханаларҙың транспорт паркы яңыртылды. Санитар авиация ҡулланыла башланы. Ике вертолет быйыл ғына 2 меңгә яҡын пациенттың ғүмерен ҡотҡарған.
Тап Радий Хәбировтың тәҡдиме менән биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күстек, ә башланғыс кластар мәктәп ашханаһында бушлай туҡлана башланы, һәр белем усағының үҙ стоматология бүлмәһе барлыҡҡа килде. Уҡытыусыларға гранттар, ауыл педагогтарына субсидиялар бирелде. Һуңғы 5 йыллыҡ мәғариф учреждениелары өсөн көтөлмәгән яңылыҡтарға бай булды. Әммә һүҙ матди-техник байлыҡ тураһында ғына түгел, ә рухи ҡиммәттәр хаҡында. Берҙән, илһөйәрлек тәрбиәләү. Тарихи шәхестәребеҙҙең исемен тергеҙеү, легендар генерал Миңлеғәле Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исемен юллау, белем усаҡтарында Шайморатов кластары ойоштороу, «Патриот» паркын асып хәрби әҙерлекте нығытыу. Илһөйәрлек менән телһөйәрлек тә ауаздаш. Башҡортостанда телгә, әҙәбиәткә, матбуғатҡа иғтибар артты. Яҙыусыларҙың, журналистарҙың, башҡорт теле уҡытыусыларының йыйындарын, башҡорт телен үҫтереү фондын ойоштороу. Һәр бер форум аныҡ ҡарарҙар, гранттар менән нығытылды. Иғтибар үҙ һөҙөмтәһен бирә, мәҫәлән, башҡортса һөйләшкән «Һомай» колонкаһы.
Радий Хәбиров Башҡортостан тигән караптың рүлендә 5 йыл. «Папкалы башҡорттар» талап иткән башлыҡ үҙе лә шуларҙың береһе. Республикаға федераль үҙәктән гранттар, субсидиялар, дәүләт программалары аша финанслау йәлеп иткән заманса ҡарашлы етәксе. Төбәктә уҙған һәр форум-кәңәшмә нигеҙендә лә ошо иҡтисади маҡсат ята. Башҡортостанды халыҡ-ара кимәлдә танытып инвестициялар йәлеп итеү, етештереү ҡеүәттәрен арттырыу, яңы эш урындары асыу. Ә һөҙөмтәләр һандар телендә, инвестицяларҙы триллионға еткереү бурысы тора, ә эшһеҙлек буйынса быйыл рекордлы түбән күрһәткес теркәлгән.
Иҡтисади күрһәткестәр, социаль инфраструктура, тарихҡа хөрмәт, киләсәк хаҡында хәстәрлек. Радий Хәбиров киң ҡарашлы, талапсан, заманса етәксе. Әммә юғары вазифа биләүгә ҡарамаҫтан, уның да йомшаҡ яғы бар. Балалар. Республика башлығының Башҡортостанда төшкән тәүге фотоһүрәте лә 5 йәшлек Рамаҙан менән. Әбйәлил районына эш сәфәрендә. Малай хәҙер 4-се синыф уҡыусыһы.
Арҡаларынан һөйһөнме, ботинкаларының бауын бәйләһенме, йәки алыҫ Донбастағы уҡыусыға Яңы йыл бүләге ебәрһенме, тәрбиә-белем өсөн уңайлы шарттар тыуҙырһынмы, Радий Хәбировты йәш быуынға мөнәсәбәте атайҙарса йылы, хужаларса хәстәрлекле. Был аңлашыла. Һәр дәүләттең төп проекты, иң һөҙөмтәле инвестицияһы - балалар, беҙҙең киләсәк улар ҡулында. Белемле, көслө, дарманлы быуын менән беҙ яҡшыраҡ булдырабыҙ.
Рәмзиә Кәримова