Башҡортостан кәсепселәре Мәскәүҙә эштәре менән таныштыра ала

“Рәсәй” халыҡ-ара форум-күргәҙмәһе барышында халыҡ ижады көндәре уҙа. Беҙҙең республика стендында киләһе аҙнала милли башҡорт биҙәүестәре, күндән әйберҙәр яһау, кейеҙ баҫыу, балаҫ һуғыу һәм башҡа ҡул эштәре буйынса оҫталыҡ дәрестәре ойошторола. Күргәҙмәлә башҡорт кейеме, мамыҡ һәм бәйләм шәлдәр тарихы менән танышырға, әйберҙәр һатып алырға була.