“Өлгөлө башҡорт ғаиләһе” асыҡ республика конкурсына ғаризалар ҡабул ителә

Ул Башҡортостан һәм Рәсәйҙең башҡорттар күпләп йәшәгән төбәктәре халҡы араһында башҡорт халҡының мәҙәниәтен, туған телен, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын һаҡлаған һәм үҫтергән өлгөлө ғаиләне асыҡлау һәм ғаилә институтын нығытыу өсөн ойошторола. Конкурс  “Ғаилә ижады”, “Ғаилә кәсебе”, “Ғаилә традициялары һәм ҡиммәттәре”  номинациялары буйынса уҙғарыла. 2024 йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде.