Оҙайлы ҡышҡы байрамдарҙан һуң үҙеңде нисек эшкә көйләргә

Баш ҡала эксперттары Яңы йылдан һуң ғәҙәти тормошҡа әйләнеп ҡайтыу ысулдары хаҡында кәңәш бирә. Граждандарҙың өстән бер өлөшө был көндәрҙә хәле бөтөүгә , кәйефе төшөүгә зарлана. Т

абипҡа мөрәжәғәт итеүселәрҙең 15 проценты йыш баш ауыртыуына һәм ашҡаҙан сиренән яфаланған, ә ҡалған 10 процент беренсе эш көнөнән диетаға ултыра. Яңы йылды мул табын артында ҡаршылау традицияға әүерелгән. Әммә байрамға әҙерләнгән ризыҡтарҙы төн эсендә ашап бөтөү мөмкин түгел. Саманы онотоу һаулыҡҡа ла зыян килтерә, ти белгестәр.

Әлеге осорҙа бауырҙы таҙартыу процедураһына тотонорға түгел. Ай эсендә 5-6 килограмм ауырлыҡты ташлау өсөн еңел үҙләштерелә торған ризыҡтар менән туҡланырға кәңәш итәм.

Татьяна Красильникова, диетолог

Ғәҙәти эш режимына ҡайтыу һәм тышҡы ҡиәфәтте тәртипкә килтереү өсөн эҙмә-эҙлеклелек һәм режим талап ителә. Ваҡытында йоҡларға ятыу һәм иртән йоҡонан уяныу, саф һауала күберәк йөрөү, спорт менән шөғөллөнеү ҙә файҙалы.

Эш режимын үтәү мотлаҡ. Интенсив эш ваҡытын, ял минуттары менән аралаштырырға кәрәк. Бының өсөн 80/20 ысулын ҡулланырға, 80 процент интенсив эште, 20 процент ял менән аралаштырырға тәҡдим итәм.

Наталья Тулбаева, Республика клиник психотерапия үҙәге баш табибы