Учалы районы Ҡотой ауылында ҡышҡы мини-футбол буйынса «Олотау турниры» үтте

Дүртенсегә ойошторолған ярышта Башҡортостан һәм Рәсәй төбәктәренән 16 команда сығыш яһаны. Йыл һайын ауыл биләмәһендә футбол буйынса йәйге һәм ҡышҡы уйындар уҙғарыла. Былтыр ул Рәсәй футбол союзының «Иң күләмле проект» премияһына лайыҡ булғайны. Сираттағы турнирҙан БЮТ ижади төркөмө репортажы.

Хозур тәбиғәт ҡосағында, Олотау итәгендә ҡышҡы мини-футбол буйынса турнир уҙғарылды. Спорт сараһының төп хужалары - Учалы районы Ҡотой ауылынан бер юлы ике команда сығыш яһаны. Ойоштороусылар ярышта ҡатнашыусылар географияһы йылдан-йыл киңәйеүен билдәләй.

«Олотау турниры»н ойоштороуҙа тотош ауыл халҡы ҡатнашҡан, күрше биләмәләрҙә йәшәүселәр ҙә ситтә ҡалмаған. Берәүҙәр майҙанды ҡарҙан таҙартырға ярҙам итһә, икенселәр бағыусы булараҡ сығыш яһаған.

Шулай ҙа ҡотойҙар финалға үтә алманы. Төп уйын һөҙөмтәләре буйынса өсөнсө урынды Әбйәлил районының «Аманат» командаһы яулаһа, Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы спортсылары икенсе урынға сыҡты.

«Олотау турниры»ның еңеүсеһе тип Магнитогорск командаһы билдәләнде. Уларға төп приз - Ханты-Манси автомиялы округынан килтәрелгән төньяҡ боланы тапшырылды. Сарала ҡатнашыусылар йәйгеһен йәнә «Олотау йыйыны»нда күрешергә вәғәҙәләште.

Гөлназ Хәйбуллина