Әлшәй районы халҡы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам туплауҙа әүҙем ҡатнаша

Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында йәшәүселәр махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға гуманитар ярҙам туплауҙа әүҙем ҡатнаша. Пионерҙар һәм мәктәп уҡыусылары йортонда ирекмәндәр көсө менән маскировка селтәрҙәре үрелә. Ҡул эшенә тиҫтәләп кеше, башлыса өлкән йәштәгеләр ҡушылған.

Камуфляж ҡатлам ҡоралланыуҙы, ҡеүәтле техниканы һәм инженер ҡоролмаларҙы йәшереү өсөн ҡулланыла. Әлегә алғы һыҙыҡҡа йөҙгә яҡын септә ебәрелгән, был йүнәлештә эш артабан да дауам итәсәк.

Ирекмәндәр хәрбиҙәргә «ҡоро душ» эшләргә лә өйрәнгән. Ялан шарттары өсөн тәғәйенләнгән гигиена сараһын әҙерләүҙә материалдар менән бағыусылар ярҙам итә. Өлкән йәштәге ханымдар алғы һыҙыҡтағыларға изге теләктәр менән бетеү ҙә эшләй