Республиканың еңел сәнәғәт предприятиеларына республика ҡаҙнаһынан 50 миллион һум субсидия бүленгән

Башҡортостанда әлеге ваҡытта бөтәһе 300 предприятие һәм шәхси эшҡыуар иҫәпләнә, 2023 йылда улар тарафынан 13 миллиард 500 миллион һумлыҡ продукция етештерелгән. Был алдағы йыл менән сағыштырғанда, 2 миллиард һумға күберәк.

Дәүләт ярҙамын быйыл еңел сәнәғәт тармағында эшләгән 35 предприятие аласаҡ. Улар араһында «Ишембай трикотажы», «Аркада» һымаҡ билдәле фабрикалар ҙа, яңыраҡ эш башлаған цехтар ҙа бар.

Эшҡыуарҙар алдында әле импортты алмаштырыу, сит ил компаниялары киткәс барлыҡҡа килгән бушлыҡты тултырыу бурысы тора. Ә субсидия уларға етештереү ҡеүәттәрен арттырырға, етештерелгән тауар ассортиментын һәм сифатын яҡшыртырға булышлыҡ итә. Дәүләт ярҙамы алыусылар араһында ултырғыстар, креслолар етештергән «Метта» компанияһы һәм «Оптри» тегеү фабрикаһы ла бар. Улай әйтеүенсә, станоктарға, туҡымаға сығымдарҙың бер өлөшө ҡапланыуы ҙур ярҙам.

Был цехтарҙа эште яңыса ойошторорға, заманса эшләргә ярҙам итә. «Оптри» фабрикаһы ошоға тиклем уҡыусылар өсөн мәктәп формаһы текһә, хәҙер хәрби кейемдәр тегеү линияһын да сафҡа индергән.